

4 октябрҙән 17 октябргә тиклем инвалидтар һәм һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында VII “Абилимпикс” һөнәри оҫталыҡ буйынса милли чемпионатының һайлау этабы бара. Башҡортостан командаһы составындағы 92 кеше Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы профессиональ белем биреү ойошмалары майҙансыҡтарында 62 компетенция буйынса көс һынаша.
“Уҡыусылар” категорияһында Әлшәй һәм Кушнаренко райондары дөйөм белем биреү ойошмаларында, коррекция мәктәптәрендә белем алыусылар ҡатнаша.
“Студенттар” категорияһында үҙ көсөн һынаған 55 ҡыҙ һәм егет заманса етештереү, мәғлүмәт технологиялары, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, туҡланыу, туризм һәм хеҙмәттәр йүнәлештәре буйынса 54 компетенцияла сығыш яһай. Һайлап алыу ярыштарында художество-ижади йүнәлеш буйынса алты “белгес” ҡатнаша.
Сараға Башҡортостандың профессиональ белем биреү ойошмаларынан конкурста ҡатнашҡандарҙың эштәрен баһалау хоҡуғы булған 10 эксперт йәлеп ителгән.
Еңеүселәр 15 – 19 ноябрҙә Мәскәүҙәге Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә үткәреләсәк VII “Абилимпикс” һөнәри оҫталыҡ буйынса милли чемпионатында республика исеменән ҡатнашасаҡ. Ә бындай сараларҙы үткәреү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан