Милли проекттар
13 Октябрь 2021, 10:45

“Ҡояшлы” эко-паркы асыла

Ошо көндәрҙә паркта яңы арт-объектты – ҙур мышы һынын ҡора башланылар.

“Ҡояшлы” эко-паркы асыла“Ҡояшлы” эко-паркы асыла
“Ҡояшлы” эко-паркы асыла

Октябрьский ҡалаһы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡаланың 29-сы биҫтәһендә йәмәғәт урыны төҙөкләндерелә. Эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһына ярашлы башҡарыла. Мәғлүм булыуынса, был биләмәне ҡала халҡы рейтинг тауыш биреүе нигеҙендә һайлағайны.

Тиҙҙән биҫтәлә “Ҡояшлы” эко-паркы барлыҡҡа киләсәк.

– Проектҡа ярашлы комплекслы төҙөкләндереү дауам итә, атап әйткәндә, урамдарға яҡтыртҡыстар ҡуйылған, йәйәүлеләр өсөн юлдар тәртипкә килтерелә, – тине ҡаланың Капиталь төҙөлөш идаралығы директоры Александр Кузнецов. – Аҙна һайын объект төҙөлөшө буйынса штаб ултырышы үткәрелә. Ошо көндәрҙә паркта яңы арт-объектты – ҙур мышы һынын ҡора башланылар.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/164739

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/164739

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас