

Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, “Йыл эшҡыуары-2021” республика конкурсының муниципаль этабы башланды. Уны ҡала округы хакимиәте ойоштора.
Конкурстың маҡсаты – иң яҡшы эшҡыуарлыҡ ғәмәлдәрен, ҡаҙаныштарын танытыу, ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән эшҡыуарлыҡ субъекттарын асыҡлау һәм дәртләндереү.
Конкурс йомғаҡтары буйынса етештереү, ауыл хужалығы, сауҙа, туризм, бизнес өсөн консалтинг хеҙмәте күрһәтеү, көнкүреш хеҙмәттәре, инновациялар һәм яңы технологиялар, төҙөлөш, һанлы технологиялар, транспорт, логистика, автосервис хеҙмәттәре, ижади индустрия, йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендәге иң яҡшы эшҡыуар, шулай уҡ иң йәш эшҡыуар, йылдың иң яҡшы ғаилә бизнесы, йылдың иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ проекты, йылдың иң яҡшы социаль эшҡыуары билдәләнә.
Муниципаль этапта һәр номинацияла еңеп сыҡҡан йүнселдәр 12 – 30 ноябрҙә уҙғарылған йомғаҡлау (республика) этабында ҡатнаша.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: http://www.oktadm.ru/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/164590