

Бөрө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 13 октябрҙән 15 ноябргә тиклем Бөрө районы һәм ҡалаһындағы үҙ эшен асҡан йүнселдәр, бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре өсөн эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса вебинарҙар үткәрелә. Сара программаһына 24 вебинар инә.
Ошо өлкәләге спикерҙар һәм эксперттар сарала ҡатнашыусыларға бизнесты алып барыу, һалым һалыу, эшеңде үҫтереү, хаталарға юл ҡуймау мәсьәләләре буйынса кәңәш бирә. Вебинарҙа фото- һәм видеоконтент төҙөргә ярҙам итәсәктәр, шулай уҡ йүнселдәр үҙҙәренең практикалары, ҡаҙаныштары, уңыштары менән уртаҡлашасаҡ. Сараға килгәндәрҙең барыһына ла бүләк тапшырыла.
Мәғлүм булыуынса, вебинарҙар Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ агентлығы тарафынан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты ярҙамы менән уҙғарыла.
Вебинар онлайн үткәрелә. Унда ҡатнашыу бушлай. Әйткәндәй, һәр вебинарға айырым теркәлеү шарт. Ентеклерәк мәғлүмәтте 224-99-99 (өҫтәмә 301) телефоны аша алырға мөмкин.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/165164
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/165164