Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Октябрь , 10:45

Благовещенда өй туйланылар

Күп фатирлы йортто Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фонды 2008 йылда уҡ һала башлағайны.

Благовещенда өй туйланылар

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Благовещен ҡалаһында тантана булды. Унда өй туйларға әҙерләнгән ғаиләләргә яңы фатир асҡыстарын тапшырҙылар.

– Благовещенда өр-яңы производстволар йылдам асыла, бик күп ҡыҙыҡлы проекттар тормошҡа ашырыла. Был ҡыуаныслы, әлбиттә. Берҙәм команданың көйлө эше ныҡлы һиҙелә. Торлаҡ ҡаланы үҫтереү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. Бөгөн һуңғы йылдарҙа төҙөлгән тәүге иң ҙур йорт файҙаланыуға тапшырыла, – тине тантанаға килгән төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.

Әйткәндәй, күп фатирлы йортто Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фонды 2008 йылда уҡ һала башлағайны. Беренсе секцияның алты, икенсе секцияның ике ҡаты төҙөлгәс, аҡсаға бәйле ҡыйынлыҡтар тыуыу сәбәпле, объектта эш туҡтап ҡалғайны. Былтыр фонд техник экспертиза үткәреп, проект документтарына төҙәтмәләр индерҙе һәм дәүләткә ҡарамаған экспертизаның ыңғай баһаһын алды. Шул уҡ йылдың көҙөндә төҙөлөш яңынан башланды.

Проектҡа ярашлы, йорттоң дөйөм майҙаны – ете мең квадрат метрҙан ашыу. Йортта – дүрт секция, һәр ҡайһыһында – туғыҙ ҡат, 140 фатир. Әле 3-сө һәм 4-се секциялар сафҡа ингән, 1, 2-се секцияларҙа эш дауам итә.

Мәғлүм булыуынса, республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. Уның ярҙамында күп ғаиләләр үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртты.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: https://building.bashkortostan.ru/presscenter/news/401605/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/165050

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова