Милли проекттар
15 Октябрь 2021, 05:30

Диагностика сифаты яҡшырасаҡ

Яңы ҡорамал диагностика үткәреүҙә табиптарҙың   “уң ҡулы” буласаҡ.

Диагностика сифаты яҡшырасаҡДиагностика сифаты яҡшырасаҡ
Диагностика сифаты яҡшырасаҡ

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Өфөләге 13-сө  клиник дауахананың функциональ диагностика бүлексәһе Samsung Medison компанияһы етештергән эксперт класындағы ультратауыш сканеры менән йыһазландырылды.

– Был үҙенсәлекле сканер ҡан тамырҙарына юғары мәғлүмәтле ультратауыш  тикшереүе, эхокардиография үткәрергә мөмкинлек бирә, эске органдарҙы, аҙ тишемле манипуляцияларҙы уңышлы яһарға ярҙам итә, – ти дауахананың баш табибы Булат Ғарифуллин.

 Яңы инновациялы технологиялар юғары сифатлы һүрәттәр алырға,  ҡан яй аҡҡан периферия тамырҙарын яҡшы күрергә ярҙам итә. Ультратауыш аппараты бер нисә режимда эшләй һәм экранға аныҡ һүрәттәр сығара.  Дауаханала ультратауыш диагностикаһының  ысын профессионалдары эшләй, даими уҡыуҙар үткәрелә, мул тәжрибә тупланған. Яңы ҡорамал  диагностика үткәреүҙә табиптарҙың   “уң ҡулы” буласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас