Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Октябрь 2021, 11:00

Һәр һорауға яуап буласаҡ

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгендә Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса брифинг ойоштора.

Һәр һорауға яуап буласаҡ
Һәр һорауға яуап буласаҡ

19 октябрҙә Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгендә Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса брифинг ойоштора. Һөйләшеү 11.00 сәғәттә башлана.

Сарала Башҡортостандың Банкрот тип танылған төҙөүселәрҙең төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар алдындағы йөкләмәләрен көйләү буйынса фонд, Өфө ҡалаһы хакимиәте, республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттары үҫеше буйынса совет, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Брифинг Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк.

Сараны Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа, шулай уҡ Төҙөлөш һәм торлаҡ министрлығының, Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ҡарарға мөмкин:

https://vk.com/wall-201146046_13356

https://ok.ru/group/58386991022221/topic/153982713368717

https://t.me/tsur_bashkortostan/1729

https://www.instagram.com/p/CU9_5mCg_RA/?utm_medium=copy_link

https://www.facebook.com/106325241360703/posts/275380327788526/

Эфир барышында һорауығыҙ яңғырамаһа, эксперттың яуабын социаль селтәр аша барыбер аласаҡһығыҙ.

Фото: Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

#ЦУРБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: