Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Октябрь 2021, 11:30

Үзбәкстан делегацияһын нимә ҡыҙыҡһындыра?

Республикаға эш сәфәре менән Үзбәкстандан (Ҡарағалпаҡ Республикаһынан) делегация килде.

Үзбәкстан делегацияһын нимә ҡыҙыҡһындыра?
Үзбәкстан делегацияһын нимә ҡыҙыҡһындыра?

Республикаға эш сәфәре менән Үзбәкстандан (Ҡарағалпаҡ Республикаһынан) делегация килде.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Үзбәкстандың Олий Мәжлес депутаты Лейли Сәйетова, Ҡарағалпаҡтың инвестициялар һәм тышҡы сауҙа үҙәге министрының беренсе урынбаҫары Владимир Жоллыбеков, республика Министрҙар Советы секретариаты белгесе, район башлыҡтары, шулай уҡ ауыл хужалығы тауарҙары етештергән һәм эшкәрткән компаниялар етәкселәре менән осрашты.

Сара барышында агросәнәғәт комплексын үҫтереү тәжрибәләре өйрәнелде. Илшат Фәзрахманов ҡунаҡтарға Башҡортостандағы бөгөнгө хәл, республиканың экспорт мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Шулай уҡ урындағы ауыл хужалығы ҡаҙаныштары, инвестиция мөмкинлектәре менән таныштырҙы.

"Башҡортостан илдә һөт етештереү буйынса икенсе урында торһа, һыйыр, һыуҙа йөҙгән ҡоштар ите етештереү буйынса – беренсе. Үҙебеҙҙең башҡорт селекцияһы буйынса өйрәк-ҡаҙҙың төрҙәрен заказ буйынса сығарабыҙ. Үзбәкстанға тоҡомло мал, шәкәр, көнбағыш майы һатабыҙ. Һеҙҙән республикаға кипкән еләк-емеш, алма күп килә", – тине Илшат Фәзрахманов.

Владимир Жолдыбеков Ҡарағалпаҡстандың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеге, йәғни республика экспортында төп өлөштөң йәшелсә-емеш, майлы, киптерелгән емештәр, емеш, ҡуҙаҡлылар, виноград, сәтләүек, кунжут һәм башҡаларға тура килеүе тураһында һөйләне. Уларҙа төп иғтибар ауыл хужалығына йүнәлтелгән. Борондан дөгө, бойҙай, кукуруз етештерелә. Республикала малсылыҡ та үҫешкән, атап әйткәндә, ҡаракүл тоҡомло һарыҡтар үрсетәләр. Шулай уҡ төбәктә мамыҡ үҫтереү үҫешкән.

Осрашыуҙа үҫемлекселекте алып барыуҙағы тәжрибә менән уртаҡлаштылар, йәғни мелиорация, малсылыҡ – Башҡортостандан Үзбәкстанға тоҡомло мал һатыу мөмкинлектәре тураһында.

Был осрашыу Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын Башҡортостанда тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк.

Сығанаҡ: https://agriculture.bashkortostan.ru/presscenter/news/402342/ 

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Үзбәкстан делегацияһын нимә ҡыҙыҡһындыра?
Үзбәкстан делегацияһын нимә ҡыҙыҡһындыра?
Үзбәкстан делегацияһын нимә ҡыҙыҡһындыра?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: