Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Октябрь 2021, 18:30

"Сәнғәттә яңы исемдәр асыр тип ышанам"

Өфөлә III Бөтә Рәсәй музыка конкурсы старт алды.

"Сәнғәттә яңы исемдәр асыр тип ышанам"
"Сәнғәттә яңы исемдәр асыр тип ышанам"

16 октябрҙә Өфөлә "халыҡ инструменттары" белгеслегенең "думбыра", "балалайка", "гитара" номинациялары буйынса III Бөтә Рәсәй музыка конкурсы старт алды.

Ул - Рәсәйҙә үткәрелгән юғары һөнәри һәм абруйлы бәйге, академик музыка донъяһында ҙур ваҡиға, П.И. Чайковский исемендәге халыҡ-ара конкурсҡа тиңдәш.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо сарала ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙе ебәрҙе. "Беҙ халыҡ сәнғәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә һаҡсыл ҡарайбыҙ. Был абруйлы музыка конкурсы яңы исемдәр асыр, йәш башҡарыусыларҙы ижади йәһәттән үҫтереүгә ныҡлы этәргес бирер, сәнғәт һөйөүселәрҙә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырыр тип ышанам", - тиелә хатта.

Программа бай: оҫталыҡ кластары, лекциялар, концерттар һәм башҡа саралар ҡаралған. Бөгөн, 17 октябрҙә, конкурсты асыу тантанаһы үтә. Ул Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында уҙа. Сара 23 октябргә тиклем барасаҡ.

Бындай конкурстар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Мәҙәниәт" милли проекты нигеҙендә ойошторола. Билдәле булыуынса, ул "Мәҙәни мөхит", "Ижад кешеләре", "Һанлы мәҙәниәт" федераль проекттарынан тора.

Сығанаҡ: https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/402454/ 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас: