Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Октябрь 2021, 21:30

"Юл картаһы" камиллаштырыла

2022 - 2024 йылдарға проект бюджетында атмосфера һауаһын бысратыуҙы контролдә тотоу станцияларын эшләтеү өсөн 13,2 миллион һум ҡаралған.

"Юл картаһы" камиллаштырыла
"Юл картаһы" камиллаштырыла

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың Финанс һәм Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлыҡтары тарафынан атмосфера һауаһына кире йоғонтоно кәметеү буйынса "юл картаһы"н камиллаштырыу йәһәтенән эш дауам итә. Проект 2030 йылға тиклем ҡаралған.

Билдәле булыуынса, республика Хөкүмәте экологик хәүефһеҙлек мәсьәләһенә ныҡлы иғтибар бүлә. Тәбиғәттең сафлығын, халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау - өҫтөнлөклө йүнәлештәр.

Әлеге башланғыс нигеҙендә ҙур сәнәғәт ҡалаларында һауа торошон күҙәтеү өсөн территориаль система булдырыу, автоматлаштырылған яңы контроль станциялары төҙөү, Атмосфера һауаһын тикшереү буйынса берҙәм республика үҙәге асыу, маҡсатҡа ярашлы төрлө саралар уҙғарыу, шул иҫәптән объекттарҙы яңыртыу, техник ҡорамалландырыу, камиллаштырыу, газ яғыулығында эшләгән транспорт алыу, ҡала биләмәләрен йәшелләндереү һәм башҡа бурыстар ҡуйылған.

2022 - 2024 йылдарға проект бюджетында атмосфера һауаһын бысратыуҙы контролдә тотоу станцияларын эшләтеү өсөн 13,2 миллион һум ҡаралған. Республиканың финанс министры Лира Иғтисамова әйтеүенсә, "юл картаһы"н тормошҡа ашырыу етди финанс сығымдар талап итәсәк. Ошо йәһәттән шулай уҡ муниципалитеттар, сәнәғәт предприятиелары менән эш алып барыла, федераль ҡаҙнанан аҡса йәлеп итеү мөмкинлектәре өйрәнелә.

Был ғәмәлдәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Экология" милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: https://ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/402431/ 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас: