Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Октябрь 2021, 09:30

Беренселәр ҙә ГТО нормаһы тапшыра!

Бәләкәстәр ҡулға таянып кәүҙәне күтәреү, урында һикереү, алға эйелеү, сәпкә теннис тубын ырғытыу һәм йүгереү буйынса норма тапшырҙы һәм бар күнекмәләрҙе лә башҡара алдылар.

Беренселәр ҙә ГТО нормаһы тапшыра!
Беренселәр ҙә ГТО нормаһы тапшыра!

“Демография” милли проектының “Спорт - йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә Балтас районында ГТО нормаларын тапшырыу буйынса саралар тормошҡа ашырыла. Шулай, 14 октябрҙә Иҫке Балтас ауылының “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексында ошоға арналған сираттағы саралар үтте. Был юлы ГТО нормативтарын Иҫке Балтас мәктәбенең беренсе класс уҡыусылары тапшырҙы.

Бәләкәстәр ҡулға таянып кәүҙәне күтәреү, урында һикереү, алға эйелеү, сәпкә теннис тубын ырғытыу һәм йүгереү буйынса норма тапшырҙы һәм бар күнекмәләрҙе лә башҡара алдылар.

“Бында балалар башҡара алырлыҡ күнекмәләр йыйылды, уларҙа ауыр нәмәләр юҡ. Уларҙың тиҙлеге, һығылмалылығы, таҫыллығы тикшерелә – был сифаттар беҙҙең балаларға кәрәк, – тине тест үткәреү үҙәгенең баш судьяһы Фәрит Ғәлимов.

Сара йомғаҡтары буйынса спорт имтиханында ҡатнашҡан уҡыусылар бронза, көмөш һәм алтын ГТО билдәләре аласаҡ.

Иҫке Балтас ауылындағы был “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы 2015 йылда муниципаль ГТО тесты үтеү үҙәге тип билдәләнде. 2020 йылда “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә комплекс биләмәһендә ГТО-ның бәләкәй спорт майҙансығы ҡуйылды. Унда яңы һәм заманса ҡорамалдар ҡуйылды.

Билдәле булыуынса, “Демография” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Балтас районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: