Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Октябрь 2021, 10:30

Финалистар араһында Башҡортостан педагогтары ла бар

Ил күләмендә үткәрелгән “Йөрәгемде балаларға бирәм-2021” һөнәри оҫталыҡ конкурсының  финал этабында ҡатнашыусылар билдәле булды. 

Финалистар араһында Башҡортостан педагогтары ла бар
Финалистар араһында Башҡортостан педагогтары ла бар

Ил күләмендә үткәрелгән “Йөрәгемде балаларға бирәм-2021” һөнәри оҫталыҡ конкурсының  финал этабында ҡатнашыусылар билдәле булды. Был мәртәбәле сара әлеге көндәрҙә – 15-19 октябрҙә Ҡазан ҡалаһында бара.

Конкурстың федераль кимәлдәге ситтән тороп ҡатнашыу этабында Рәсәйҙең 71 төбәгенән 360 педагог ҡатнашҡан. Финалға үтеүселәр араһында Башҡортостандан да өс уҡытыусы бар. Улар: Адыева Валерия Викторовна – Мишкә районындағы “Юлсы” балалар һәм үҫмерҙәр туризмы, экскурсиялар һәм патриотик тәрбиә үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы (туризм һәм крайҙы өйрәнеү йүнәлеше буйынса); Федорова Зинаида Леонидовна – Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайының өҫтәмә белем биреү педагогы (физкультура-спорт йүнәлеше буйынса); Остапчук Оксана Васильевна – Өфө ҡалаһындағы Республика балаларға белем биреү технопаркы педагогы (өҫтәмә белем биреүҙә остазлыҡ йүнәлеше).

Номинацияларҙа еңеүселәр икенсе турға үтеп, “Педагогик бәйге”лә көс һынашасаҡ. Уларҙы белем биреүҙә педагогик технологиялар ҡулланыу, видеояҙма алымында тәҡдим ителгән проблемалы хәл-ваҡиғаны сисеү буйынса ярыштар көтә. Финалға сыҡҡан педагогтар Рәсәй Мәғариф министрлығы белгестәре ҡатнашлығында ойоштороласаҡ фекер алышыуҙа ҡатнашып, үҙ фекерен яҡлаясаҡ.

Педагогтарға үҙҙәрен һөнәри йәһәттән һынап ҡарарға, үҫергә, тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек биргән бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Мәғариф” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыуға ла булышлыҡ итә.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: