

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Республика Хәрби дан музейында хәрби-патриотик клубтар араһында Ватан тарихын белеү буйынса викторина ойошторолдо. Ул 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 76 йыллығына арналды.
Викторинала Өфөләге хәрби-патриотик клубтар курсанттарынан торған 15 команда ҡатнашты. Йәштәрҙең барыһы ла Рәсәй тарихы буйынса яҡшы белем кимәлен күрһәтте, улар шулай уҡ Башҡортостан яугирҙәренең ҡаһарманлығы тураһында ла тулы мәғлүмәттәрҙе белә.
Бәйге башланыр алдынан уҙған этапта – “Пэйнбол” уйынында һәм спорт йүнәлешендәге ярышта еңеүселәр бүләкләнде. Уларға бүләк сертификаттар һәм дипломдар тапшырылды.
Мәғлүм булыуынса, викторина йыл һайын үткәрелгән “Иң яҡшы хәрби-патриотик клуб” конкурсының һуңғы этабын тәшкил итә. Йыл дауамында балалар хәрби-спорт ярыштары, тактик атыш, ГТО нормативтарын тапшырыу, “Зарница” уйыны, спорт уҙыштары, “Пэйнтбол” тактик уйыны буйынса көс һынашты, парашют менән һикерҙе.
Бындай саралар республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Рәсәй Федерацияһы граждандарына патриотик тәрбиә биреү” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Уларҙы Республика Хәрби дан музейы менән берлектә Өфө хакимиәте ҡарамағындағы Йәштәр эштәре комитеты ойоштора.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://ufacity.info/press/news/419370.html
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/166254