Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Октябрь 2021, 11:30

Яр буйында эш тынмай

Ҡала биләмәһендә яр буйын реконструкциялауҙың икенсе этабы тамамлана.

Яр буйында эш тынмай
Яр буйында эш тынмай

Салауат ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы, ҡала биләмәһендә яр буйын реконструкциялауҙың икенсе этабы тамамлана.

Буласаҡ понтон пирсының һыҙаттары күренә башланы – яр буйында йәйәүлеләр зонаһын эшләгәндәге ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, нигеҙенә свай ҡаҙылған. Стационар булмаған сауҙа объекттары майҙансығында ла инженерлыҡ селтәрҙәре үткәрелгән. Биләмәне сүп үләндәренән таҙартып, газон үләне сәскәндәр, шыршы ултыртҡандар. Дөйөм алғанда, яр буйында тормош гөрләй – ҡала халҡы спорт менән шөғөлләнә, ғаиләләре менән ял итә, бәләкәй архитектур һындар янында фотоға төшә. Айырыуса бәүелсәктәр эргәһендә кеше күп.

Әйткәндәй, Губкин урамы яғынан да яр буйынса илткән юлды төҙөкләндерә башлағандар. Тимәк, яр буйына килеп, ял итергә теләгәндәргә уңайлыҡтар тағы ла артасаҡ.

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/165966

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/165966

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: