Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Октябрь 2021, 09:30

Эшҡыуарҙар уҡый

Әле Башҡортостанда көндөҙ һәм ситтән тороп ун бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ компанияһы уҡый.

Эшҡыуарҙар уҡый
Эшҡыуарҙар уҡый

Өфөлә Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ компаниялары вәкилдәре өсөн уҡыу башланды. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн экспорт стандарты” программаһын Рәсәй Экспорт үҙәге мәктәбе эшләгән һәм төбәктә Башҡортостандың Тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостандың Экспорт ярҙамы үҙәге ярҙамында тормошҡа ашырыла.

– Рәсәй Экспорт үҙәге Экспорт мәктәбенең белем биреү программаһы яңы экспорт баҙарҙарын һөҙөмтәле үҙләштереү өсөн Башҡортостан экспортсыларының белеме, компетенцияһы һәм ғәмәлдәге ҡорамалы тупланмаһын булдырыуға йүнәлтелгән. Башҡортостан Республикаһы был программаны пилот режимында индергән 15 төбәктең береһе булып тора, – тип белдерҙе Башҡортостандың Тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лена Изотова.

Рәсәй Экспорт үҙәгенең “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн экспорт стандарты” программаһы компанияларҙың экспортты үҫтереүҙә ҡеүәтләүсеһе булып тора, сөнки ул тәжрибәле экспорсыларға яңы баҙарға сығыу буйынса бизнес-план төҙөргә һәм ғәмәлдәге эшмәкәрлектәрендә тотҡан урындарын нығытыуға булышлыҡ итә.

Әле Башҡортостанда көндөҙ һәм ситтән тороп ун бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ компанияһы уҡый. Программала төрлө тармаҡ вәкилдәре ҡатнаша – мебель, торба үткәргес арматура, биоашлама, тимер ишек етештереүселәр һәм башҡалар.

Әйтергә кәрәк, был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: https://foreign.bashkortostan.ru/presscenter/news/401942/

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: