Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Октябрь 2021, 10:00

Төньяҡ ҡотопто яулаған!

Үҫмер “Еңеүҙең 50 йыллығы” боҙватҡысында быйыл август айында шул тарафтарға сәфәр ҡылған.

Төньяҡ ҡотопто яулаған!
Төньяҡ ҡотопто яулаған!

Рәсәй Федерацияһында “Фән” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың төп маҡсаты – уҡыусы балаларҙың киләсәген хәстәрләү, граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. 

Башҡортостан етәкселеге лә фән йүнәлешенә, айырыуса Фән һәм технологиялар йылында етди иғтибар бүлә, “Фән” милли проекты нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.

Октябрьский ҡалаһындағы 13-сө урта мәктәптең һәм “Балалар һәм үҫмерҙәр туризмы һәм экскурсиялары станцияһы” өҫтәмә белем биреү учреждениеһының сығарылыш уҡыусыһы Артур Йосоповҡа Төнъяҡ ҡотопто яулау бәхете тейгән. Үҫмер “Еңеүҙең 50 йыллығы” боҙватҡысында быйыл август айында шул тарафтарға сәфәр ҡылған. Яҡташыбыҙ Сочи ҡалаһындағы “Сириус” белем үҙәгенең “Арктика легендалары” клубын тамамлаусылар командаһына эләгеүенә сикһеҙ шат.

– Беҙгә Рәсәйҙең, хатта донъяның боҙ төбәген – Арктиканы барып күреү бәхете тәтене, – тип һөйләй Артур Йосопов. – Төньяҡ ҡотопта аҡ айыуҙарҙы, морждарҙы, һыуыҡҡа сыҙамлы төрлө ҡоштарҙы осраттыҡ. Барыһын да ҡуйын дәфтәремә теркәп барҙым, фотоға ла төшөрҙөм. “Сириус” белем үҙәгендә тәбиғи фәндәр программаһын өйрәндем, тап шул саҡта “Арктика легендалары” тип аталған фәнни эшемде тормошҡа ашыра башланым. Унда ғилем тауҙарына етәкләп алып менгән уҡытыусы – Владимир Беляков менән таныштым.

Артур Йосопов әйткәнсә, сәфәргә старт Мурманск ҡалаһында бирелгән, уларҙы “Прощание славянки” көйө менән оҙатҡандар. Улаҙы алда иге-сиге күренмәгән боҙлоҡ оҙата барған.

– “Мурманск – Франц Иосиф ере – Төньяҡ ҡотоп – Франц Иосиф ере – Мурманск” тигән оҙайлы маршрут буйлап үттек, – ти Артур Йосопов.  

Фото: https://srk.nationalpriority.ru

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/165785

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: