

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, республика компанияларына Satu.kz маркетплейсында бушлай урынлашыу мөмкинлеге бирелде.
– Коронавирус пандемияһы һәм тышҡы баҙарҙа Рәсәй тауарына ихтыяждың артыуы шарттарында үҙебеҙҙең етештереүселәрҙең продукцияһын экспортлауға булышлыҡ итеү айырыуса мөһим, – тине тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. – Интернет сауҙаһы әүҙемләшә, беҙҙең бурыс – уны үҫеш өсөн файҙаланыу.
Мәғлүм булыуынса, бындай хеҙмәтте Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге күрһәтә һәм финанслай.
Satu.kz – Ҡаҙағстандың ҙур маркетплейсы. Уның майҙансығында һигеҙ меңдән ашыу компания эшләй, 10 миллиондан ашыу тауар ҡуйылған. Платформала теләге булған һәр эшҡыуар интернет-магазин асып, бизнестың географияһын киңәйтә – тауарын Рәсәйҙә генә түгел, Ҡаҙағстанда ла һата ала. Хәҙер Satu.kz майҙансығында тауарҙы урынлаштырыу буйынса хеҙмәттәргә Ҡаҙағстандың Нурсолтан ҡалаһындағы келёт аша фулфимент инә. Был Ҡаҙағстан биләмәһендә тауарҙы ҙур сығымһыҙ онлайн-һатыуҙы ойошторорға теләгән Рәсәй экспорт компаниялары өсөн уңайлы буласаҡ.
Майҙансыҡта тауарҙарҙы урынлаштырыу өсөн Башҡортостанда теркәлгән бәләкәй йәки урта эшҡыуарлыҡ субъекты булырға, скоринг процедураһын – бизнестың экспорт ҡеүәтенә баһа алырға, Satu.kz платформаһына тауарҙы ҡуйыу өсөн vasileva.ma@bashkortostan.ru электрон почтаһына ғариза ебәрергә кәрәк. Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: 7 (347) 246-89-39.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/166721
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/166721