Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Октябрь 2021, 11:30

“Йәшел ҡалҡан”ды һаҡлауға өлөш индерҙеләр

Сара барышында 10800 шыршы үҫентеһе ултыртылды.

“Йәшел ҡалҡан”ды һаҡлауға өлөш индерҙеләр
“Йәшел ҡалҡан”ды һаҡлауға өлөш индерҙеләр

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Бөрө һәм Мишкә райондары биләмәһендә “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы үтте. Сара барышында урмансылыҡ, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, урындағы халыҡ, уҡыусылар һәм ирекмәндәр 10800 шыршы үҫентеһе ултыртты.

– Бындай акцияларҙа йыл һайын әүҙем ҡатнашабыҙ. Экологик башланғысты йәш быуындың да хуплауы ҡыуаныслы, сөнки урманды һаҡлау, тулыландырыу – беҙҙең уртаҡ бурыс, – тине Бөрө урман хужалығы директоры Владимир Стуков.

Мәғлүм булыуынса, республиканың Урман хужалығы министрлығы ағас ултыртыу сараларын Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Урманды һаҡлайыҡ” федераль проекты нигеҙендә ойоштора. Быйыл төбәк урмансылары алдында кәмендә 14,3 мең гектар майҙанда ағас ултырыу, урманды тулыландырыу бурысы тора.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: https://forest.bashkortostan.ru/presscenter/news/402749/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/166620

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: