Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Октябрь 2021, 11:30

700 йорт интернеттан файҙаланасаҡ

Дүртөйлө районының дүрт ауылында яңы оптик селтәрҙәр төҙөү тамамланды.

700 йорт интернеттан файҙаланасаҡ
700 йорт интернеттан файҙаланасаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектының “Мәғлүмәт инфраструктураһы” федераль проектының төп бурысы – мәғлүмәттәрҙе йылдам тапшырыу йәһәтенән граждандар, бизнес һәм власть органдары өсөн асыҡ, конкурентлыҡ ҡеүәһенә эйә булған тотороҡло һәм хәүефһеҙ инфаструктура булдырыу. Проект саралары социаль яҡтан әһәмиәтле төп инфраструктура объекттарын “Интернет” селтәренә тоташтырыу ғына түгел, халыҡҡа илдең иң төпкөл ауылдарында ла заманса һанлы хеҙмәттәрҙән сифатлы файҙаланыу мөмкинлеген бирәсәк.  

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дүртөйлө районының Гөблөкөсөк, Яңы Кәңгеш, Өсбүлә, Йүкәлекүл ауылдарында 700 шәхси йортто юғары тиҙлекле интернетҡа һәм һанлы хеҙмәттәргә тоташтырыуҙары ихтимал.

“Асыҡ интернет” проекты буйынса Дүртөйлө районының дүрт ауылында яңы оптик селтәрҙәр төҙөү тамамланды. Был ауылдар халҡы бушлай юғары тиҙлекле интернет селтәренә, интерактив телевидениеға һәм телефонияға тоташа ала. Бының өсөн “Башинформ” компанияһы хеҙмәткәрҙәренә ғариза яҙырға йәки 8-800-1000-800 телефоны аша “ҡыҙыу элемтә”гә шылтыратырға кәрәк. Шулай уҡ урындағы ауыл хакимиәтенә ғариза яҙырға була”, – тине “Башинформ”дың күмәк сегмент менән эшләү буйынса директоры Сергей Чирков.

Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Башинформ” йәмғиәте башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Асыҡ интернет” проектына ярашлы, йыл аҙағына тиклем республиканың 262 биләмәһендә өр-яңы оптик селтәрҙәр төҙөлә. 100 мең кеше заманса элемтә хеҙмәттәренән файҙалана алсаҡ.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: https://durtuli.bashkortostan.ru/presscenter/news/403023/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/167585

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: