Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Октябрь 2021, 10:00

Ауыр сирлегә хәлдән килгәнсә ярҙам итергә

Паллиатив ярҙам ғүмере хәүеф аҫтында булған пациенттың һәм уның яҡындарының тормош сифатын яҡшыртыу маҡсатын ҡуя.

Ауыр сирлегә хәлдән килгәнсә ярҙам итергә
Ауыр сирлегә хәлдән килгәнсә ярҙам итергә

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Балтас үҙәк район дауаханаһы стационарында онкологик сирлеләргә, хроник ауырыуҙарға паллиатив ярҙам күрһәтелә.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы билдәләүенсә, паллиатив ярҙам ғүмере хәүеф аҫтында булған пациенттың һәм уның яҡындарының тормош сифатын яҡшыртыу маҡсатын ҡуя. Медицина ярҙамы һауыҡтырып булмай торған, физик һәм психик мөмкинлектәре сикләнгән һәм интенсив терапияға, оҙайлы тәрбиәгә мохтажлыҡ кисергән ауырыуҙарға күрһәтелә. Паллиатив ярҙамдың бурысы – мөмкин булғанса пациенттың тормош сифатын тәьмин итеү.

Балтас районы халҡына паллиатив ярҙам 2017 йылдан алып күрһәтелә. Бының өсөн 10 койка әҙерләнгән. Туғыҙ ай эсендә 158 пациент дауаланған.”Паллиатив сараларҙың маҡсаты – сирҙең ауыр билдәләре менән көрәш. Ҡайһы бер осраҡтарҙа бары паллиатив ярҙам ғына пациенттың тормош сифатын яҡшырта ала. Шулай уҡ психологик  һәм социаль ярҙам да күрһәтелә. Паллиатив ярҙам ауырыуҙы һауыҡтырыуға һәләтле булмаһа ла, уның дөйөм хәлен яҡшыртыуға ыңғай йоғонто яһай,” – ти  паллиатив медицина ярҙамы табибы Раушания Хәбибова.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:BashNews  

     

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: