Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Октябрь 2021, 09:30

Фельдшерҙар һөйөнөп бөтә алмай

Быйыл алты тораҡта модулле медицина объекттары төҙөләсәк.

Фельдшерҙар һөйөнөп бөтә алмай
Фельдшерҙар һөйөнөп бөтә алмай

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты һәм  һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, Яңауыл районында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлә.  

– Быйыл алты тораҡта – Айбүләк, Эткенә, Андреевка, Ҡаймашабаш, Ахтиял, Татар Ураҙы ауылдарында модулле объекттар төҙөләсәк, – тине Яңауыл үҙәк  район дауаханаһының баш табибы Тимур Мадъяров.

Айбүләк һәм Эткенә ауылдарында пункттар монтажланған да инде.Тәүгеһендә медицина ярҙамын 341 кеше ала. Эткенә фельдшер-акушерлыҡ пунктына 800-ҙән ашыу кеше беркетелгән. "Беҙҙең районда үҙ эшенә бөтә күңеле менән бирелгән фельдшерҙар эшләй. Улар яңы ФАП-тарға барыһынан да нығыраҡ шатлана. Эткенә ауылында йәш белгестәр эшләйәсәк,  Зөлфиә Рәшитова – акушерка, Инара Ғәбтиева – “Ауыл фельдшеры” программаһында ҡатнашыусы.

Медицина пункттары заман талаптарына ярашлы төҙөлә, эш шарттары уңайлы буласаҡ.  Йыл аҙағына тиклем республикала 73 модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.  

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарын тәьмин итергә кәрәк: халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош кимәлен күтәреү. Шуларҙың араһында иң мөһиме – сабыйҙар үлемен бер мең яңы тыуған сабыйға 5,5 осраҡтан 2024 йылға 4,5 осраҡҡа тиклем кәметеү.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: