

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәниәт ирекмәндәре” программаһына ярашлы ойошторолған Халыҡ-ара ирекмәндәр лагеры эшен дауам итә.
Ошо көндәрҙә лагерҙа ҡатнашыусыларға танылған телевидение алып барыусыһы, журналист һәм “Артмедиаобразование” йәмғиәте етәксеһе Арина Шарапова менән аралашыу бәхете тейҙе.
“Халыҡ-ара ирекмәндәр лагеры – донъя тренды ул, һәм Башҡортостандың ошондай күләмле проектты ҡабул итеүе ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙыра. Бик күп төбәктәр һеҙҙән өлгө ала, тип уйлайым. Ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыу – ысын сәнғәт ул”, – тине Арина Аяновна.
Осрашыу ихлас, йылы шарттарҙа үтте. Лагерға йөрөгәндәр журналистҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе.
Мәғлүм булыуынса, Халыҡ-ара ирекмәндәр лагерының офлайн өлөшө Өфөлә 18 октябрҙә башланғайны. Проектта Рәсәйҙең 40 төбәгенән ирекмәндәр хәрәкәтенең 100 вәкиле ҡатнаша. Лагерҙа улар телмәр үҙенсәлектәрен, мәҙәни мираҫ тураһында медиаконтент төҙөргә өйрәнә, Өфөләге мәҙәниәт учреждениелары, уларҙың ирекмәнлек программалары менән таныша. Сара 24 октябргә тиклем дауам итә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/403628/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/168156