

Краснокама районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, халыҡтың экологик мәҙәниәтен үҫтереү, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү маҡсатында районда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Экология” милли проекты нигеҙендә байтаҡ саралар ойошторола. Улар – “Йәшел Башҡортостан”, “Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө”, “Таҙалыҡ көнө”, “Таҙа ауыл”, “Таҙа яр”, “Ағас ултырт”, “Хәтер баҡсаһы”, Рәсәйҙең мемориаль ағастары”, шулай уҡ ҡалдыҡтар менән эш итеүгә арналған “Эшләйбеҙ-2021” акцияһы.
Ошондай сараларҙа һәм өмәләрҙә 25 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, 170 тоннанан ашыу сүп-сар йыйып ситкә сығарылған. Парктар, һәйкәлдәр, ойошмалар һәм бюджет учреждениелары биләмәһендә 38 мең декоратив сәскә, 1356 ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған, 85 зыярат тәртипкә килтерелгән, 17 иҫтәлекле урын төҙөкләндерелгән.
Бынан тыш, йыл дауамында автобус павильондарын таҙартыу һәм йыуыу, бордюрҙарҙы һәм ағас олондарын аҡлау, ботаҡтарҙы киҫеү, законһыҙ төҙөлгән ҡаралтыларҙы һүтеү, ҡоймаларҙы йүнәтеү һәм башҡа эштәр башҡарылды.
Краснокамалар үҙ ауылдарын йәмле итеп күргеһе килә, шуға күрә төҙөкләндереү эштәрендә, өмәләрҙә дәррәү ҡатнаша.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://krasnokama.bashkortostan.ru/presscenter/news/403488/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/167858