

Тышҡы иҡтисади мөнәсәбәттәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә “Нефть һәм газ тармағы” йүнәлеше буйынса “Экспорт форсажы” акселерация программаһы эшен дауам итә.
Программала ҡатнашыусылар өсөн өсөнсө уҡыу модуле башланды. Ул “Баҙар һайлау һәм ҡулланыусыны эҙләү” тип атала. Сарала илдәрҙең экспорт күләме һәм рейтингы буйынса статистика менән таныштыралар, һайланған тауарҙар импорты-экспортының дөйөм динамикаһын өйрәнәләр, баҙар һайлау буйынса Рәсәй һәм сит ил сығанаҡтарын тикшерәләр. Компанияларға шулай уҡ потенциаль клиенттарҙы үҙаллы эҙләү бурысы йөкмәтелә.
– “Экспорт форсажы” программаһы һөҙөмтәлелеген күрһәтә. Әле ҡатнашыусыларҙың дүрт төркөмө белемен камиллаштырҙы, – тине тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Уҡыуҙарҙа 10 компания: “Поток” торба компанияһы, “ВЭЙ ПАК”, “ЦОДТ “Семигорье”, “Сталькон” заводы, “Палфингер Кама Цилиндры”, “Тәҙрәләр галереяһы”, “Уралинтех” предприятиеһы, “Риапласт”, “Дизарт”, “Фабрик” йәмғиәтте ҡатнаша. Сараның икенсе көнөндә улар интеллектуаль милек объекттарын һаҡлау нигеҙҙәрен өйрәнә. Модуль аҙағында иһә электрон коммерция буйынса материалдар менән таныштыралар.
Башҡортостанда Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге үткәргән “Экспорт форсажы” акселерация программаһы буйынса уҡыуҙар өсөн хаҡ түләргә кәрәкмәй, улар бушлай ойошторола һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://foreign.bashkortostan.ru/presscenter/news/403818/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/168453