Милли проекттар
22 Октябрь 2021, 10:30

Эшһеҙҙәргә ярҙам итәләр

Көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Межгорье филиалында “Эш эҙләү оҫтаханаһы” булды 

Эшһеҙҙәргә ярҙам итәләрЭшһеҙҙәргә ярҙам итәләр
Эшһеҙҙәргә ярҙам итәләр

Межгорье ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проекты нигеҙендә ошо көндәрҙә Көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Межгорье филиалында “Эш эҙләү оҫтаханаһы” берҙәм социаль яраҡлаштырыу көнө уҙғарылды.  

Эшһеҙ кешеләр хеҙмәт баҙарындағы заманса талаптар, резюме төҙөү, эш биреүсе менән әңгәмәләшеү, уның менән аралашҡанда үҙең менән таныштырыу, телефон аша һөйләшеү технологияһын үҙләштереү йәһәтенән мәғлүмәт алды.

“Элегерәк халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте хеҙмәт биржаһының синонимы була торғайны, кеше унда эшһеҙлек буйынса пособие алыу, ауыр ваҡыттарҙы үткәреп ебәреү өсөн мөрәжәғәт итә ине, һәм ул башҡа социаль хеҙмәттәрҙән айырыла ине. Беҙ дәүләт хеҙмәттәрен баҙар талаптарына яраҡлаштырҙыҡ. Эш эҙләүсегә үҙенең көслө һәм көсһөҙ яҡтарын аңларға, мөмкинлектәрен баһаларға, ҡулай шөғөл эҙләргә ярҙам итәбеҙ, кәрәкле вакансиялар тураһында һөйләйбеҙ. Резюме төҙөргә булышлыҡ итәбеҙ, сөнки ҙур оҫталыҡҡа һәм тәжрибәгә эйә булған кешеләрҙең ҡайһы берҙәре үҙҙәре, эше тураһында дөрөҫ итеп һөйләй белмәй, ә был иһә карьера үҫешенә ныҡлы ҡамасаулай”, – тине  Көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Межгорье филиалы директоры Марина Юрасова.

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/168516

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/168516

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас