

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков баш ҡалалағы Ленин, Революцион, Карл Маркс урамдары һәм Иван Якутов исемендәге парк биләмәһендәге балалар тимер юлы менән сикләнгән, майҙаны 9,9 гектар булған кварталды планлаштырыу, межалау проектын раҫлаған. Был хаҡтағы документ баш ҡала хакимиәте сайтында ҡуйылған.
Проект тарафынан барған төҙөлөштө һаҡлау, шулай уҡ төрлө ҡатлы ике йортто, майҙаны 1015,6 квадрат метр булған келәт һәм хужалыҡ объекттарын алып, урынлаштырыу ҡаралған.
Биләмәнең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Ленин урамындағы “Экватор” сауҙа үҙәге артында 22 ҡатлы күп фатирлы йортто урынлаштырыу тәҡдим ителә.
Икенсе торлаҡ комплексы “УралСиб” банкы һәм Комаров исемендәге балалар һарайы араһында күтәрелә лә инде. Ул 20 һәм 33 ҡатлы ике секциянан, 274 машинаға иҫәпләнгән паркингтан һәм офистарҙан тора.
Был төҙөлөш барышы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.
Фото: Ксения Калинина.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан