Милли проекттар
23 Октябрь 2021, 05:30

Буласаҡ инженерҙар мәктәбе эшләйәсәк

Ике ай дауамында уҡыусылар командаларға берләшеп, махсус кейстарҙа бирелгән күнекмә һәм мәсьәләләрҙе сисәсәк, аҙна һайын үткәрелгән вебинарҙарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашасаҡ. 

Буласаҡ инженерҙар мәктәбе эшләйәсәкБуласаҡ инженерҙар мәктәбе эшләйәсәк
Буласаҡ инженерҙар мәктәбе эшләйәсәк

Ағымдағы йылдың октябрь-ноябрь айында балалар технопарктарында шөғөлләнгән 12-18 йәшлек уҡыусылар өсөн онлайн-форматта “Инженер мәктәбе 20.25” сараһы ойошторола. Ул үҙ эшен 26 октябрҙә башлай.

Ике ай дауамында уҡыусылар командаларға берләшеп, махсус кейстарҙа бирелгән күнекмә һәм мәсьәләләрҙе сисәсәк, аҙна һайын үткәрелгән вебинарҙарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашасаҡ.

Ярыш сәме һөҙөмтәһендә уҡыусылар төрлө мәсьәләләрҙе үҙаллы хәл итергә, үҙ фекерен яҡларға өйрәнәсәк. Кейсты сисеү буйынса команда менән эшләү берҙәмлек тойғоһон, фекерләү ҡеүәһен үҫтерәсәк.

Сараның төп маҡсаты – мәктәп уҡыусыларының һәм уларҙың ата-әсәләренең инженер-техник йүнәлештәге һөнәрҙәргә иғтибарын йәлеп итеү, үҙаллы эшләү оҫталығын арттырыу, һөнәри фекерләүҙе үҫтереү һәм башҡарған эшкә яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

“Инженер мәктәбе” тураһында положение менән ентеклерәк Республика балалар белем биреү технопаркы сайтында (https://kvantorium02.wixsite.com/rtekhnopark) танышырға мөмкин.

Мәктәп уҡыусыларына үҙҙәрен төрлө яҡлап һынап ҡарарға, үҫергә мөмкинлек биргән бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Мәғариф” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы. 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас