

Быйыл яҙ “ПРОНАВЫКИ” социаль башланғысы старт алғайны. Проект барлыҡ граждандарҙың, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең һөнәри үҫешенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.
Биш ай эсендә программаны 80 мең, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһынан 1400 кеше үткән. Проект сайтында видеодәрес форматында 30 онлайн дәрес тәҡдим ителгән. Уларҙы ҡулайлы ваҡытта сикһеҙ тапҡыр ҡарарға мөмкин. Шулай итеп, республикала йәшәгән һәр кем уҡый һәм HR-эксперттарҙан карьера тураһында кәңәштәр ала.
“ПРОНАВЫКИ” сайтында көнүҙәк вакансиялар менән дә танышырға мөмкин, ә эш биреүселәр хеҙмәткәрҙәрҙе һайлауға ғариза бирә ала. Проекттың генераль партнеры – “HeadHunter” компанияһы.
Йыл аҙағына тиклем программаны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 800-ҙән ашыу ҡатнашыусыға, шул иҫәптән халыҡтың яҡлауһыҙ өлөшөнә, инвалид булғандарға, пандемия осоронда эшен юғалтҡандарға карьера үҫешендә ярҙам күрһәтеү планлаштырыла. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май"“указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан