Милли проекттар
24 Октябрь 2021, 08:00

Ғаилә менән ял итеү өсөн парк асылды

Район үҙәге Мәсәғүттәге заман талаптарына яуап биргән өр-яңы ял паркы күптәрҙең яратҡан урынына әүереләсәк.

Ғаилә менән ял итеү өсөн парк асылдыҒаилә менән ял итеү өсөн парк асылды
Ғаилә менән ял итеү өсөн парк асылды

Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" федераль милли проекты сиктәрендә Дыуан районы үҙәгендә ғаилә менән әүҙем ял итеү өсөн парк асылды. Уны асыу тантанаһында район етәкселәре, спорт мәктәбе тренерҙары һәм уҡытыусылар ҡатнашты.

Район хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиев белдереүенсә, хәҙер Мәсәғүттең дә үҙенең уңайлы һәм иҫ киткес матур мөйөшө бар. Унда һәр саҡ балаларҙың шат тауыштары яңғырап торһон, ата-әсәләрҙең аралашыу урыны булһын, тине ул.

Заманса итеп ҡоролған паркта тротуарҙар, төрлө йәштәге балалар өсөн уйын комплекстары, ял итеү һәм өҫтәл уйындары зонаһы, машиналар өсөн махсус урын бар, яҡтыртҡыстар ҡоролған.

Тренажерҙар менән спорт мөйөшөндә, скейт-паркта, балалар уйын майҙансығында, баскетбол, волейбол һәм мини-футбол өсөн универсаль спорт майҙансығында йомшаҡ резина япма түшәлгән.

Ысынлап та, был парк киләсәктә балаларҙың ғына түгел, ә ата-әсәләрҙең дә иң яратҡан урынына әйләнәсәк.

Яңы асылған Ғаилә менән әүҙем ял итеү паркы “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуҙың матур бер өлгөһө булып тора.

Фото: "Башинформ".

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас