Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Октябрь 2021, 14:00

Кемдәргә аҡса түләнәсәк?

Һәр кемгә 12 мең 792 һум түләнәсәк. Ғаризаны 1 ноябрҙән 15 декабргә тиклем бирергә мөмкин.

Кемдәргә аҡса түләнәсәк?
Кемдәргә аҡса түләнәсәк?

Рәсәй Президентының 20 октябрҙә ҡул ҡуйған указына ярашлы, 30 октябрҙән алып 7 ноябргә тиклем көндәр Рәсәйҙә ял көндәре тип иғлан ителде. Шуға Рәсәй Хөкүмәте зыян күргән тармаҡтарҙан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта рәсми эшкә урынлашҡан һәр хеҙмәткәргә федераль хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмендәге сумма, йәғни 12 мең 792 һум, түләргә ҡарар итте.

Ғаризаны 1 ноябрҙән 15 декабргә тиклем шәхси кабинет аша Федераль һалым хеҙмәтенә (nalog.ru) бирергә мөмкин. Түләүҙәр 15 ноябрҙән башланасаҡ. Аҡсаны кире ҡайтарырға кәрәкмәй һәм уны үҙ теләгең буйынса файҙаланырға мөмкин. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. 

Әйткәндәй, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты бизнесты алып барыу, ташламалы финанслауҙан файҙаланыуҙы тәьмин итеү, фермерҙарға һәм ауыл хужалығы кооперативтарына ярҙам итеү, йүнселлекте популярлаштырыу һәм бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеү кеүек биш йүнәлештән тора.

Фото: tvcenter.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: