

Владимир Путиндың май указдарына ярашлы «Мәҙәниәт» милли проектының төп йүнәлештерең береһе - республиканың музыка мәктәптәрен йыһазландырыу. Республикала музыка мәктәптәре һәм колледждары музыка ҡоралдары менән тәьмин ителә. Улар араһында рояль, баян, пианино бар. Ошо көндәрҙә Сибай сәнғәт колледжына бик күп музыка ҡоралдары менән ҡайтарылды.
Был хаҡта уҡыу йорто директоры Замир Йәнтүрин белдерҙе. Уның әйтеүенсә, студенттарҙың яҡшы сығыш яһауы, күп осраҡта сифатлы музыка ҡоралынан тора, уның яҡшы яңғырашы һәр концертты биҙәй.
- Хәҙер беҙҙең студенттарҙың да классик һәм заманса концерт программаларын яҡшы сифатлы музыка ҡоралдарында башҡарыу мөмкинлеге бар. Яҡшы моң тамашасыларҙы ла әсир итәсәк, -ти Замир Таһир улы.
Фото: "Башинформ".
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан