

Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эшҡыуар Анна Холкина “Иң яҡшы йәштәр проекты. Сергей Выходцев исемендәге номинация”ла иң юғары баһаға лайыҡ булды. Уға “Алтын домкрат” статуэткаһы тапшырылды. Анна Владимировнаның проекты менән Мәскәүҙә үткән “Бизнес-Уңыш” милли премияһы финалында таныштырасаҡтар. Шәхси эшҡыуар “JuIceCream” ғаилә кафеһын ойошторған.
Республикалағы бизнес берләшмәһенең иң яҡшы вәкилдәрен тәрбикләү тантанаһы “Бизнес территорияһы – йәшәү биләмәһе” форумы нигеҙендә үтте. Форум оҙаҡ йылдар инде власть, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренә ҡағылған көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыу майҙансығын тәшкил итә. Ул республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
– Ошондай саралар һөҙөмтәһендә бәләкәй һәм урта бизнес танылыу яулай, уңышлы эшҡыуарлыҡ практикалары таратыла. Был бик мөһим. Бөгөнгө осрашыуыбыҙ бизнес менән власть араһында конструктив аралашыуҙы яйға һалыу йәһәтенән өҫтәмә мөмкинлек бирә. Бындай форумдар төбәктә эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ итә, – тине тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: http://www.oktadm.ru/news/detail.php?id=48657
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/169462