

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы әүҙем тормошҡа ашырыла.
Төбәктәге парктарҙа, ихаталарҙа барған ыңғай үҙгәрештәрҙе тоймаған кеше юҡтыр, моғайын. Мәғлүм булыуынса, проект халыҡты күпләп йәлеп итеп, йәмәғәт киңлектәрен, ихата биләмәләрен тәртипкә килтереүҙе төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота.
Салауат районы хакимиәтенең төҙөлөш, йәшәйеште тәьмин итеү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы Айрат Ғилметдинов әйтеүенсә, “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә райондағы ихаталарҙы, парктарҙы тәртипкә килтерергә, күркәмләндерергә булышлыҡ итте.
– Арҡауылдағы парк зонаһында тротуарҙарҙы, туҡталҡаларҙы, ял майҙансыҡтарын төҙөкләндереү эштәре башҡарылды. Яҡтылыҡ бағаналары, спорт һәм балалар ҡорамалдары монтажланды. Хәүефһеҙ резина япма түшәлде. Ял итеү майҙансыҡтарына эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ҡуйылды. Әле төҙөүселәр сәхнә ҡороу менән мәшғүл. Парк биләмәһен йәшелләндереү бара, газон үләне сәсәләр, – тине Айрат Ғилметдинов.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://house.bashkortostan.ru/presscenter/news/404910/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/170254