Милли проекттар
26 Октябрь 2021, 07:30

Үҙәк ғинуарҙа эш башлай

МРТ медицина үҙәге әле 95 процентҡа әҙер.

Үҙәк ғинуарҙа эш башлайҮҙәк ғинуарҙа эш башлай
Үҙәк ғинуарҙа эш башлай

Бәләбәй районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Бәләбәй ҡалаһының Совет урамында МРТ медицина үҙәге төҙөлөшө ахырына яҡынлаша. Проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Ул - Бәләбәй район хакимиәте тарафынан “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡаралған һәм хупланған проекттарҙың береһе.

Объект әле 95 процентҡа әҙер. Төп төҙөлөш һәм биҙәү эштәре тамамланған, тейешле коммуникациялар үткәрелгән. Заманса медицина ҡорамалы һатып алыу мәсьәләһе хәл ителгән. МР-томографынан тыш, шулай уҡ КТ аппараты ла алына. Пациенттарҙы тикшереүҙе киләһе йылдың ғинуарында башлау күҙаллана.

Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев әйтеүенсә, был үҙәк Бәләбәй һәм күрше райондар халҡын түләүле нигеҙҙә заманса медицина хеҙмәттәре менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: https://belebey-mr.ru/press/news/6296/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/170001

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас