

Рәсәй биләмәһендә һуңғы йылдарҙа тәбиғәт янғындары һаны артты. Уларҙың зыяны һәм хәүефе күп: урмандарҙың юҡҡа сығыуы, кешеләр йәшәгән ауылдарҙың ут менән ҡамалыуы, федераль трассаларҙа һәм юлдарҙа хәрәкәттең өҙөлөүе.
Был хәүефтәрҙең бөтәһе лә тиҙ арала һәм янғынға ҡаршы ҡиммәтле саралар үткәреүҙе талап итә: юл буйлап урман һыҙатын ҡырҡыу, ауылдар һәм урмандар тирәләй янғынға ҡаршы һыҙаттар һөрөү һәм башҡалар.
Өфө дәүләт нефть техник университеты лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре урман һәм ҡыу үлән янғындары проблемаһын хәл итеүҙең юлын тәҡдим итә. Улар янғындарҙы һүндереү һәм иҫкәртеү өсөн ретердант уйлап сығарған. Бындай типтағы ретерданттар донъяла биләмәләрҙе урман янғындарынан һаҡлау өсөн бик киң һәм уңышлы файҙаланыла.
– Һынауҙарҙы СП-30 авиасудноһы ярҙамында үткәрҙек. “Авиахим-Юг” сараның ышаныслы булыуын дәлилләне, – тине “Башҡортостанда урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге” идаралығы етәксеһе Айрат Йосопов. – Оҙайлы тәьҫирле ретердант ялҡынланыу хәүефен ныҡлы кәметә. Уның менән эшкәртелгән биләмәләр ҡоро һауа торошо йәки аҙ ғына яуған ямғырҙар осоронда оҙайлы ямғыр яуғанға тиклем янып китеүҙән һәм яныуҙан һаҡлай. Шулай итеп был сараны уттан һаҡлаусы һыҙаттар һәм янғын таралыуын сикләгестәрҙе булдырғанда файҙаланырға була.
Урман хужалығы министрлығы был эште “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә башҡара. Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Урман хужалығы министрлығы.