

Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡаланың үҙәк китапханаһы 3 ноябрҙә онлайн тәртибендә “Сәнғәт төнө” акцияһын ойоштора. Бөтә Рәсәй мәҙәни-белем биреү акцияһы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, йыл һайын уҙғарыла. Әлеге сара Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнала.
Онлайн тапшырыуҙы “Бәйләнештә” социаль селтәрендә һәм китапхананың рәсми сайтында ҡарарға мөмкин. Унда уҡыу залы фондынан сәскә темаһына ҡараған сағыу һүрәтле китаптар менән таныштырған “Сәскәләргә гимн” библио-видеомикс тәҡдим итәләр. Артабан Әмзә ауылындағы Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, рәссам Ирина Вострецованың “Әмзәнең борма-борма һуҡмаҡтары” тигән онлайн-күргәҙмәһе үткәрелә. Акцияның аҙағында “Ҡулдан яһалған асылма” онлайн оҫталыҡ дәресе уҙғарыла.
Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, бындай акциялар әҙәби процесты танытыуға, китапҡа һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/170915
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/170915