Милли проекттар
27 Октябрь 2021, 05:00

Һанлы технологиялар килә

Проект 2024 йылға тиклем медицина ойошмаларының хеҙмәттәшлек механизмдарын эшләүгә һәм һанлы технологиялар индереүгә йүнәлтелгән.

Һанлы технологиялар киләҺанлы технологиялар килә
Һанлы технологиялар килә

Быйыл “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, 122 медицина ойошмаһы 80 миллион һумлыҡ 1367 ноутбук аласаҡ.

–Бөгөн 53 медицина ойошмаһы 86 ноутбук алды,– тине һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Йәнекәева. – Ноутбуктар үҙәк район дауаханаларындағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарындағы эш урындарын йыһазландырыу өсөн тәғәйенләнгән.  Дауаханалар интернет мәғлүмәт-телекоммуникация селтәре  һәм күсмә рәүештә эшләүсе табиптар бригадаһы менән тоташтырылған.

Автоматлаштырылған эш урындары “Башҡортостан Республикаһының республика медицина мәғлүмәт-аналитика  системаһы” дәүләт мәғлүмәт системаһына тоташтырыла  һәм пациенттарҙың электрон медицина картаһын алып барыуҙы, табипҡа яҙылыуҙы, телемедицина консультациялары үткәреүҙе, тикшереүҙәр һөҙөмтәһен электрон рәүештә алыуҙы тәьмин итә.Проект 2024 йылға тиклем медицина ойошмаларының хеҙмәттәшлек механизмдарын эшләүгә һәм һанлы технологиялар индереүгә йүнәлтелгән.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас