

Иглин районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, Иглин ауылында үҙәк майҙанды төҙөкләндереү буйынса күләмле эш тамамланды. Объект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһына ярашлы реконструкцияланды.
Район Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанға һәм уның эргәһендәге Йәштәр аллеяһына яңы таш түшәлгән, эскәмйәләр, заманса яҡтыртҡыстар ҡуйылған. Яңыртылған майҙандың төп үҙенсәлеге – “ҡоро фонтан”. Уның кешегә күренмәгән яғында һигеҙ форсунка ҡуйылған. Йылдың йылы миҙгелендә унан һыу урғыла. Фонтан төбөндәге 16 фонарҙан төрлө төҫтәге яҡтылыҡ төшә, шулай уҡ матур көй ағыла.
Һыуыҡ төшөү менән фонтандың эше туҡтатылһа ла, майҙандан кеше өҙөлмәй. Бында ауыл халҡы тотош ғаиләләре менән ял итә. Яҙ майҙанды йәшелләндереү, декоратив үҫемлектәр, сәскә ултыртыу күҙаллана.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://iglino.bashkortostan.ru/presscenter/news/405327/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/171052