Милли проекттар
28 Октябрь 2021, 08:30

Был өлкәне лә белгестәр ихлас өйрәнә

Урындағы үҙидара органдары белгестәре өсөн ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса әҙерлек һәм квалификация камиллаштырыу курстары дүртенсе йыл рәттән ойошторола.

Был өлкәне лә белгестәр ихлас өйрәнәБыл өлкәне лә белгестәр ихлас өйрәнә
Был өлкәне лә белгестәр ихлас өйрәнә

Туймазы, Ғафури, Балтас райондары һәм ауыл биләмәләре, Октябрьский һәм Күмертау ҡала округтары хакимиәттәре белгестәре “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һаҡлауҙы ойоштороу” программаһы буйынса әҙерлек һәм квалификация камиллаштырыу курстарын үҙләштергән.

– Был өйрәтеүсе курстарҙың маҡсаты – ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һаҡлау өлгәһендә мәшғүл белгестәрҙең квалификацияһын камиллаштырыу һәм, дөйөм алғанда, республикала ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һөҙөмтәлелеген арттырыу, – тип республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры урынбаҫары Валерий Белов тыңлаусыларҙың беренсе төркөмөнә мөрәжәғәт итте.

Башҡортостанда урындағы үҙидара органдары белгестәре өсөн әҙерлек һәм квалификация камиллаштырыу курстары дүртенсе йыл рәттән ойошторола. Был сара “Башҡортостанда ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса” дәүләт программаһы менән булдырылған һәм халыҡтың ҡулланыусы һәм хоҡуҡи грамоталылығын күтәреүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ ул ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты талаптарына яуап бирә.

– Ауыл биләмәләре хакимиәттәре лә ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендәге эшкә әүҙем ҡушылып китеүенә беҙ бик ҡәнәғәтбеҙ. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы үҙ яғынан һәр ваҡыт ярҙам итергә, ҡулланыусылар хоҡуҡтары буйынса тармаҡтағы төрлө һорауҙарға яуап бирергә әҙер, – тине Валерий Белов.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53228

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас