

Иглин районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты нигеҙендәге юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу программаһына ярашлы, Иглин – Алатор юлын һәм юл буйындағы тротуарҙарҙы ремонтлай башланылар.
Өс километрлыҡ участкала иҫке асфальтты ҡырып алып, яңыһын түшәү менән мәшғүлдәр. Быйыл алты километрлыҡ юлдың иң насар 3,7 километрын төҙөкләндереү күҙаллана. Ошонда уҡ, эргәләге Ворошилов урамында йәйәүлеләр өсөн тротуар һалына. Әле әҙерлек эштәре башланған: ерҙе асфальт түшәү өсөн тигеҙләп, бетон бордюр ҡуйғандар. Бөтәһе дүрт километрлыҡ тротуар һалыу планлаштырыла, шуның 400 метрын – быйыл.
Юлды төҙөкләндереү быйыл сентябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән раҫланған 2024 йылға тиклем Иглин районын социаль-иҡтисади үҫтереү саралары планына ярашлы башҡарыла.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/171377
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/171377