Милли проекттар
28 Октябрь 2021, 07:10

Өҫтәмә белем яңы мөмкинлектәр аса

Учалы тау сәнәғәте колледжы оҫтаханаларында “Ашнаҡсы һәм кондитер эше” компетенцияһы буйынса уҡыуҙар ойошторолдо.

Өҫтәмә белем яңы мөмкинлектәр асаӨҫтәмә белем яңы мөмкинлектәр аса
Өҫтәмә белем яңы мөмкинлектәр аса

Рәсәй Президентының “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам" милли проекты сиктәрендә республикала “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуҙа мәшғүллеккә ярҙам һәм хеҙмәт баҙарының һөҙөмтәлелеген күтәреү” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Федераль проект сиктәрендә Учалы тау сәнәғәте колледжы оҫтаханаларында “Ашнаҡсы һәм кондитер эше” компетенцияһы буйынса квалификацияны һәм һөнәрҙе камиллаштырыу программаһын үҙ эсенә алған уҡыуҙар ойошторолдо.

Проект үҙ эшеңде асыу йәки эшкә урынлашыу өсөн өҫтәмә һөнәри белем алырға, һөнәр оҫталығын камиллаштырырға мөмкинлек бирә.

Фото: Учалы тау сәнәғәте колледжы сайтынан.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас