

Өфө ҡалаһы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, баш ҡалалағы “Тулҡын” паркында күләмле реконструкция дауам итә. Ул 2018 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы нигеҙендә башланғайны.
Эштең һуңғы этабы күлде төҙөкләндереүҙе һәм амфитеатр төҙөүҙе үҙ эсенә ала ине. Ошо көндәрҙә подряд ойошмаһы амфитеатрҙы төҙөп бөттө. Объект сегменттарға бүленгән эллипсты хәтерләтә. Уның үҙәк өлөшөнә гранит түшәлгән. Ун рәт эскәмйә, 70-тән ашыу бәләкәй архитектур һын ҡуйылған.
Амфитеатр янында ғына күл буйы төҙөкләндерелә, яры нығытыла, йәйәүлеләр өсөн юл һалына. Ял зонаһының майҙаны 400 квадрат метр тәшкил итә. Реконструкцияның һуңғы этабында йәшелләндереү эштәре, газон үләне сәсеү планлаштырыла.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://ufacity.info/press/news/420082.html
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/171351