

Башҡортостандың Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республикала мобиль элемтә операторҙары селтәрен үҫтереүҙең ыңғай динамикаһы һаҡланып ҡалды. “Роскомнадзор” мәғлүмәттәренә ярашлы, ғәмәлдәге радиоэлектрон саралар (РЭС) һаны тәүге ярты йылда 1815-кә тиклем артҡан. Был уҙған йылдың ошо ҡуҡ осорондағы күрһәткес менән сағыштырғанда 31,8 процентҡа юғарыраҡ.
2021 йылдың алты айында Башҡортостандағы өс ҙур элемтә операторы тарафынан 4G элемтә стандартындағы 963 РЭС, 3G стандартындағы 200 РЭС, 2G стандартындағы 652 РЭС ғәмәлгә индерелгән. Операторҙар төбәктә айырыуса дүртенсе быуын мобиль элемтә селтәрҙәрен әүҙем үҫтерә.
– 4 G (LTE) селтәрҙәнен үҫтереү абоненттар һәм бизнес өсөн уңайлы булған һанлы сервистар баҙарында ихтыяждың артыуына бәйле. Был халыҡ күпләп йәшәгән биләмәләргә ҡағыла. Шул уҡ ваҡытта 10 йәки 30 кеше генә йәшәгән ауылдар бар, уларҙа элемтә селтәрҙәрен үҫтереү мөмкинлеге юҡ, шуға күрә бындай биләмәләрҙә һөйләшеп аралашыу өсөн генә ҡеүәте аҙыраҡ булған ҡулайламалар ғәмәлгә индерелә, – тине дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры урынбаҫары Рөстәм Хәмәтвәлиев.
Мәғлүм булыуынса, элемтә селтәрҙәренең үҫеше төбәктең һанлы технологияларҙы үҙләштереү кимәлен билдәләй, телекоммункациялар һанлы иҡтисадҡа күсеү нигеҙен тәшкил итә. Әйткәндәй, бындай эштәр республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://it.bashkortostan.ru/presscenter/news/405770/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/172078