

Кисә, 28 октябрҙә, Өфө ҡалаһының Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә социаль килешеү нигеҙендә эшкә урынлашыу мөмкинлеге биргән күп профилле вакансиялар йәрминкәһе үтте.
Ошондай уҡ йәрминкә ағымдағы йылдың 21 октябрендә лә ойошторолғайны. Ул көндә “Өфөнөң йәшел нөктәһе”, “Баш-Ойл”, “Файҙалы кешеләр. Өфө”, “ГлавБашСтрой” йәмғиәттәре кеүек предприятиелар мәшғүллек хеҙмәте ярҙамында хеҙмәткәрҙәр эҙләне. Йәрминкәлә Өфө ҡалаһының 10 предприятиеһы ҡатнашты. Эш эҙләүселәр өсөн 165 вакансия тәҡдим ителде, улар араһында ябай эшсенән етәксе вазифаһына тиклем хеҙмәт урындары бар ине. Сарала 80-дән ашыу кеше ҡатнашты, уларға предприятиелар менән яҡындан танышыу өсөн буклеттар таратылды.
Бындай саралар ваҡытында эш эҙләүселәр электрон мәғлүмәт киоскылары һәм мәшғүллек үҙәгендәге стендтар ярҙамында баш ҡаланың предприятие һәм ойошмаларында тәҡдим ителгән вакансиялар менән таныша ала. Шулай уҡ бушлай таратылған махсус баҫмаларҙағы иғландар менән танышыу мөмкинлеге лә булдырыла.
Мәшғүллек үҙәге ойошторған бындай саралар ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллекте яҡлау" милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: йәрминкәләр ваҡытында санитар-эпидемиологик талаптар тулыһынса үтәлә.
Фото: ufa.bashzan.ru
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан