

Нуриман районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, районда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир асҡыстары тапшырылды.
Район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов йәштәрҙе ошо ваҡиға менән ҡотланы.
– Тормошоғоҙҙа уңыштар юлдаш булһын, яңы йортта тик шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисерергә насип итһен. Уҡығыҙ, эшләгеҙ, бәхетле булығыҙ, – тине ул.
Әйткәндәй, быйыл район биләмәһендә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балалар өсөн туғыҙ миллион һумлыҡ һигеҙ торлаҡ һатып алынды. Йыл аҙағына тиклем йәнә бер фатирҙы файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Был маҡсатҡа 1,2 миллион һум аҡса бүленгән. Әле 14 йәшлек һәм унан өлкәнерәк 90 бала фатир алыуға сиратта тора.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://nuriman.bashkortostan.ru/presscenter/news/405803/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/172101