Милли проекттар
30 Октябрь 2021, 05:30

Дәүләт хеҙмәттәре электрон алымға күсерелә

Тәү сиратта күпселек өсөн мөһим булған хеҙмәттәргә иғтибар бүленә. Улар бирелгән ғаризалар һанына ҡарап билдәләнә.

Дәүләт хеҙмәттәре электрон алымға күсереләДәүләт хеҙмәттәре электрон алымға күсерелә
Дәүләт хеҙмәттәре электрон алымға күсерелә

Башҡортостанда юридик һәм физик шәхестәргә уңайлылыҡ булдырыу маҡсатында ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәрен электрон алымға күсереү буйынса эш дауам итә.

Дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталында (https://gosuslugi.bashkortostan.ru/) ҡулланыусылар өсөн өс яңы электрон хеҙмәт менән ҡулланыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде: Башҡортостан Республикаһының дәүләт милке булған йәки дәүләт милке сикләнмәгән ер участкаларына ҡуртым хаҡы буйынса тикшереү акттары; дәүләт милке объекттарын (ер участкаларынан тыш) ҡуртымға алыу килешеүе буйынса үҙ-ара иҫәпләшеүҙе тикшереү акттары; Башҡортостан Республикаһының Дәүләт милке реестрынан мәғлүмәт биреү.

"Тәү сиратта беҙ күпселек өсөн мөһим булған хеҙмәттәрҙе күсерәбеҙ. Улар бирелгән ғаризалар һанына ҡарап билдәләнә. Әлеге өс хеҙмәтте иҫәпкә алып, бөгөн төбәк порталында ер-мөлкәт мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы 22 дәүләт хеҙмәте менән ҡулланырға мөмкин", - тип хәбәр итте Башҡортостан дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.

Был йүнәлештә башҡарылған эштәр республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: os-taxi.ru 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас