Милли проекттар
30 Октябрь 2021, 07:30

Дианаға уңыштар теләйек!

Башҡортостандан мәктәп уҡыусыһы юниорҙарҙың XVIII Халыҡ-ара урман конкурсында ҡатнаша.

Дианаға уңыштар теләйек!Дианаға уңыштар теләйек!
Дианаға уңыштар теләйек!

16-19 ноябрҙә Мәскәүҙә юниорҙар араһында XVIII Халыҡ-ара урман конкурсы үтәсәк. Унда Австрия, Белорусия, Бразилия, Вьетнам, Грузия, Кения, Ҡытай, Малайзия, Монголия, Рәсәй, Румыния, Чехия һәм Көньяҡ Кореянан 25 мәктәп уҡыусыһы ҡатнашасаҡ.

Рәсәй намыҫын Башҡортостан Республикаһынан, Коми Республикаһынан, шулай уҡ Түбәнге Новгород өлкәһенән өс уҡыусы һәм студент яҡлаясаҡ. Беҙҙең төбәктән А. Диана – юниорҙар араһында быйыл үткәрелгән Бөтә Рәсәй урман конкурсы еңеүсеһе. Ул “Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы урмандарында һәм аҡландарында үрмәкселәр экологияһы тураһында” тип аталған уҡыу-тикшеренеү эшен тәҡдим итәсәк.

Бындай саралар мәктәп уҡыусыларының һәм студенттарҙың ижади-тикшеренеү һәләтен үҫтереүгә булышлыҡ итә, һөҙөмтәлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты ҡуйған бурыстарға ла тура килә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас