

Башҡортостан Рәсәйҙең өс төбәге иҫәбендә (Мәскәү һәм Һарытау өлкәләре менән бергә) 2021/22 уҡыу йылында башланғыс класс уҡыусылары араһында һимеҙлек проблемаһын иҫкәртеү маҡсатында дөрөҫ туҡланыуҙы, физик әүҙемлекте киңерәк танытыу буйынса проектта ҡатнаша.
Программа эндокрин сирҙәр менән ауырыған балаларға ярҙам күрһәтеүҙе яҡшыртыуҙы күҙ уңында тота һәм 2014 йылдан Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының хәстәрлеге менән ойошторолоп килә.
Быйыл был башланғыс Өфө ҡалаһының Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында, 5-се лицейҙа, Бөрөләге телмәр үҫешендә ауыр кәмселектәр булған балалар өсөн тәғәйенләнгән коррекция мәктәп-интернатында тормошҡа ашырыласаҡ. Ағымдағы йылдың ноябренән 2022 йылдың майына тиклем 6-11 йәшлек балаларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылар өсөн мәктәптә, ғаиләлә дөрөҫ туҡланыу, тейешле физик әүҙемлек буйынса күнекмәләр уҙғарыласаҡ. Уларҙы балалар эндокринологтары үткәрәсәк.
Хеҙмәттәшлеккә ярашлы, мәктәптәргә ихата өсөн тәғәйен спорт майҙансығына эйә булыу мөмкинлеге бирелә.
Бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.
Фото: питание-онлайн.рф
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан