Милли проекттар
30 Октябрь 2021, 04:30

Уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген хәстәрләп

Башҡортостан дәүләт идараһының һанлы үҫеш министрлығы хәүефһеҙлек буйынса бушлай онлайн-курс үтеү мөмкинлеге тураһында хәбәр итә.

Уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген хәстәрләпУҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген хәстәрләп
Уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген хәстәрләп

Башҡортостан дәүләт идараһының һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Мәктәп йәшендәге балаларҙың йәшәйештәге хәүефһеҙлеге” тип аталған белем биреү онлайн-курсын бушлай үтеү мөмкинлеге бар.

Ул “Башҡортостан Республикаһында электрон белем биреү” электрон майҙансығында урынлаштырылған. Курс үтеү өсөн түбәндәге һылтанма буйынса инеп була: https://edu.bashkortostan.ru/e-course/OO/192513/.

Был мультимедиа программаһы дәрестән тыш өйрәнеүгә тәғәйенләнгән. Унда балаларҙы тәбиғи, техноген, социаль характерҙағы хәүефле һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙеңде дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләре, һаулыҡ, сәләмәт йәшәү рәүеше алымдары менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Курс ете уҡыу модуленән тора: күмәк халыҡ йыйылған урындарҙа үҙеңде тотоу; янғын хәүефһеҙлеге; юл хәрәкәте ҡағиҙәләре; тәбиғи мөхиттә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре; тәбиғи характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр шарттарында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре; көндәлек тормоштағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре; сәләмәт йәшәү рәүеше нигеҙҙәре.

Дисциплина лекцияларҙан, анимацион слайдтарҙан, ғәмәли күнекмәләрҙән, тикшереү эштәренән тора. Курс мәктәп уҡыусылары, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар өсөн файҙалы буласаҡ. Бындай эштәр республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: dop.pskovedu.ru

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас