

Ошо көндәрҙә Потеха йылғаһындағы быуаны төҙөкләндереүгә ҡағылған мәсьәләләр буйынса эш төркөмө Благовещен районында кәңәшмә үткәрҙе. Сарала Һыу ресурстары буйынса федераль агентлыҡтың Кама бассейны идаралығы, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, ҡала-район хакимиәттәре вәкилдәре ҡатнашты.
Республикала "Экология" милли проектының "Һыу объекттарын экологик төҙөкләндереү" төбәк проекты нигеҙендә был быуала 2020 йылдан алып эш алып барыла. Финанслауҙың дөйөм суммаһы — 80,92 миллион һум, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан — 66,09 миллион, Башҡортостан ҡаҙнаһынан 14,9 миллион һум аҡса бүленде. Быуаны таҙартыу, ағас-ҡыуаҡлыҡтарҙы, һыу үҫемлектәрен, дренаж системаларын, технологик үткәүелдәр ҡоролмаһын сығарыу планлаштырыла. Эште 2022 йылда тамамлау күҙаллана.
Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Илдар Ғарифуллин белдереүенсә, быуаны төҙөкләндереү, республика бюджеты иҫәбенә 14,9 миллион һумға биологик мелиорация башҡарыу планлаштырыла. Яр буйы зонаһындағы битләүҙәрҙе һыу объектына тиклем төҙөкләндереү, эрозия булдырмау маҡсатында шәхси секторға йәнәш торған һул ярҙы төҙөкләндереү, ландшафт элементтары булдырыу, биләмәне тәртипкә килтереү, ағас-ҡыуаҡ ултыртыу һәм башҡа эштәр алып барыу планлаштырыла.
Потеха йылғаһы буйында башҡарылғандарҙы ҡарап сығып, Һыу ресурстары буйынса федераль агентлыҡтың Кама бассейны һыу идаралығы начальнигы Александр Михайлов эшкә юғары баһа бирҙе.
"Уңайлы һауа шарттары һәм подрядсы ойошманың ышаныслылығы графиктан алда барырға, шулай уҡ быйылғыға планлаштырылғандан күпкә күберәк эш атҡарырға мөмкинлек бирә. Подрядсы хеҙмәтенең референтлыҡ, проектлау, баһалау документтары талаптарына тулыһынса тап килеүе теркәлгән. Проекттан тайпылыу осрағы асыҡланмаған.
Ведомство етәкселегенә киләһе йылдан лимиттарҙы быйылға өлөшләтә 10,5 миллион һум күләмендә бүлеү мөмкинлеге тураһында тәҡдим индерергә теләйбеҙ. Сараны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 36 меңдән ашыу кеше һыу объекты янында йәшәү шарттарын яҡшырта аласаҡ", - тине Александр Михайлов.
Был быуа XVIII быуатта баҡыр иретеү заводы ихтыяждарына бәйле төҙөлгән. Хәҙер һыуһаҡлағыс тирәләй шәхси сектор, көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш яғында клапан заводы урынлашҡан. Уның торошо урындағы халыҡты күптән борсой ине. Йылы миҙгелдә быуанан насар еҫ сыға, тип зарлана торғайнылар. Белгестәр билдәләүенсә, һыуһаҡлағыс ныҡ һаҙланған булған.
Благовещен районындағы Потеха быуаһын төҙөкләндереү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты маҡсаттарына, бурыстарына тап килә һәм уны тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.